Күптән түгел ҡала хакимиәтендә 2024 йылда төҙөлөш өлкәһендә нимәләр тормошҡа ашырылыуы һәм ағымдағы йылға пландар тураһында ҡала мэры Эмиль Шәймәрҙәнов ҡатнашлығында фекер алышыу үтте. Торлаҡ төҙөү, юл инфраструктураһын яңыртыу һәм төҙөү, яңы архитектура ҡарарҙарын эҙләү ҡала үҫешенә яңы импульс бирә.
Уҙған йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһы торлаҡты сафҡа индереү буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. 114 мең квадрат метр ҡулланыуға индерелгән. Көнбайыш, Яр буйы яңы торлаҡ биҫтәләре төҙөлә. Бындағы торлаҡ халыҡтың бөтә теләктәрен дә иҫәпкә алып, төҙөкләндерелгән йорт яны биләмәләре менән уңайлы һәм заманса төҙөлгән.
Яңы биҫтәлә яңы мәктәп
Уҙған йыл социаль инфраструктура объекттарын капиталь ремонтлауға ҙур иғтибар бүленде. Атап әйткәндә, бөгөнгө көндә биш мәктәп капиталь ремонтлана. 1-се лицей-интернат бер йыл эсендә ремонтлана. Шулай уҡ ҡалабыҙҙа ағымдағы йылда Яр буйы биҫтәгендә яңы мәктәп төҙөлөшө әүҙем стадияла.
“Социаль объекттар төҙөү ҡала үҫешенең дөрөҫ билдәһе. Әммә уҙған аҙнала беҙ барған объект минең өсөн айырым әһәмиәткә эйә”, – тип билдәләне оюъектҡа үҙенең эш сәфәренән һуң ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
Яр буйы биҫтәһендә мәктәп төҙөү күптән планлаштырылған була. Был мәсьәлә менән шөғөлләнә башлағанда, хәҙерге ҡала мэры Эмиль Владиславович элекке ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Фәрит улы Ғәзизовтың төҙөлөш буйынса беренсе урынбаҫары ине, шуға күрә ул был мәктәптең бөтә проблемаларын һәйбәт белә. Участка билдәләнгән, әммә подрядсыны эҙләү, проектлау менән бәйле мәсьәләләр булған, шуға ҡарамаҫтан, уны бергәләп хәл итәләр.
Ҡала мэры һүҙҙәре буйынса, объект 2025 йыл аҙағында тапшырылырға тейеш. Дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метрлыҡ дүрт ҡатлы мәктәп 1050 урынға иҫәпләнгән. Әлеге мәлдә подрядсы ойошма өсөнсө ҡатты һалыу менән шөғөлләнә, дөйөм төҙөлөш әҙерлеге 30 процент тәшкил итә. Барыһы ла планға ярашлы бара.
Был мәктәпте асыуҙы Яр буйы биҫтәһендә йәшәүселдәр генә түгел, ә бөтә ВТС халҡы ла көтә. Яңы мәктәп был биҫтәлә башҡа белем биреү учреждениеларында сменалар һанын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
“Уҡыусылар һәм уҡытыусыларға белем биреү усағы үҙенсәлекле һәм һәр яҡлап уңайлы булһын өсөн бинаның эске яғында нимәләр урынлашыуын планлаштырабыҙ. Барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам”, – тине Эмиль Владиславович.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы мәктәптәр төҙөлөү менән бер рәттән сафтағылары ла әүҙем ремонтлана. Быға тиклем 30-сы, 16-сы мәктәптәр капиталь ремонтланды. Ә әлеге ваҡытта ике йыллыҡ цикл буйынса 2024-2025 йылдарҙа 1, 2, 17-се мәктәптәрҙә һәм 1-се лицейҙа (1-се корпус) капиталь ремонт эштәре бара. Ғөмүмән, 2019-2024 йылдарҙа тотош республикала Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән бик күп белем усаҡтары яңырҙы. Шул иҫәптән, Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡалабыҙҙың 7-се мәктәбендә яңы спорт залы төҙөлдө.
"Спорт зал 2024 йылда уҡыу йылы башында асылды. Хәҙер уҡыусылар өсөн бөтә шарттарға тура килгән яңы спорт залында физик культура дәрестәре үткәрәбеҙ", - тип белдерҙе мәктәп директоры Илшат ҠОТЛОШИН.