Стәрлетамаҡта “Берҙәм Рәсәй” Халыҡ программаһы буйынса политехник колледжды капиталь ремонтлау планлаштырыла. Бина 1976 йылда төҙөлә, һәм бөгөнгө көндә унда 2300 студент белем ала.
“Берҙәм Рәсәй - Башҡортостан” хәбәр итеүенсә, колледждың корпустарының береһе яңыртылған да инде. Ошо көндәрҙә эш сәфәре менән ҡалабыҙға ремонтланасаҡ бинаның торошон баһаларға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Айбулат Хажин менән Сергей Мережко килде.
Эштәрҙе апрель айында башларға планлаштырыла, һәм яңы уҡыу йылына был корпус яңыртылған килеш үҙ ишектәрен асасаҡ.
https://cityopen.ru/v-sterlitamake-planiruetsya-kapremont-korpusa-politehnicheskogo-kolledzha/