Башҡортостандың бөтә ҡалалары ла йәшәү өсөн уңайлы тип танылды. Шул иҫәптән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡала мөхитенең сифат индексын Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы иғлан итте.
Был индексты белгестәр 1 116 ҡала буйынса 36 параметрға нигеҙләнеп иҫәпләп сығарған. Былар – төҙөкләндереү, хәүефһеҙле, йәмәғәт транспорты, юлдар, ҡулай мөхит һәм башҡалар. Уңайлы мөхитле ҡалалар арта ғына барҙы. Әгәр 2018 йылда улар ни бары алтау булһа, 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса – 17, ә хәҙер был рейтингҡа тәүге тапҡыр 21 ҡала ингән.
“Маҡсатыбыҙға ирештек тә, ял итһәк тә була тигәнде аңлатмай. Беҙ республика ҡалаларын һәм ауылдарын төҙөкләндереү өлөшөндә күп нимәгә өлгәштек, һәр ҡала-райондарҙа кешеләр рәхәтләнеп ял итә алһын өсөн матур парктар, ял урындары барлыҡҡа килде. Алда ла шаҡтай ҙур эштәр көтә әле”, – тине был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
2025 йылда ғына “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 164 йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү планлаштырылған, уларҙың 94е – федераль бюджет ярҙамы менән. Эштәр башланған да инде.