Төҙөкләндереү
28 Мая 2025, 06:39

Эштәр оҙаҡламай тамамлана

Заманса Стәрлетамаҡтың йөҙө – үҫешкән инфраструктура һәм төҙөлөп ятҡан социаль объекттар.

Эштәр оҙаҡламай тамамланаЭштәр оҙаҡламай тамамлана
Эштәр оҙаҡламай тамамлана

Уҙған аҙнала ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов Стәрлетамаҡ буйлап эш сәфәренә сыҡты. Уның барышында етәксе эштәрҙең нисә процентҡа тамамланыуын, объекттарҙың ҡасан ҡулланыуға тапшырыласағын һәм етешһеҙлектәрҙе тикшерҙе.

Мәҫәлән, “Чайка”, “Салют” һәм К.Заслонов исемендәге балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙарында биналарҙы йыйыштыру һәм яҡын тирәләге территорияны төҙөкләндереү бара ине.

– Һис шикһеҙ, белгестәр лагерҙар асылыр алдынан, уларҙың бөтә нормативтарға ла тап килеүен тикшерәсәк, әлбиттә. Бында балалар рәхәтләнеп ял итһен, һаулығын нығытһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: территория талпан һәм кимереүсе йәнлектәрҙән санитар эшкәртелгән, медицина пункттары, аш һәм һыуыныу бүлмәләре бар, – тине ҡала мэры Эмиль Шәймәрҙәнов.

Педагогтар балаларҙың йәйге ялы ҡыҙыҡлы, күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтһен өсөн бай күләмле һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләй, ә лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер. “Салют” лагерына беренсе смена 29 майҙа буласаҡ, ҡалған ике лагерь июнь башында асыласаҡ.

Артабан Эмиль Владиславович ҡалабыҙ өсөн мөһим булған ике объектҡа – “Яр буйы” биҫтәһендә төҙөлгән яңы мәктәпкә һәм ремонт эштәре алып барылған Ағиҙел күперенә юлланды. Мәктәп 42 процента әҙер, әлеге ваҡытта эшселәр дүртенсе ҡатын һала башлаған, инженер коммуникацияларын урынлаштырыу менән шөғөлләнә. Был объектҡа 115 кеше йәлеп ителгән.

– Ағиҙел күперенә килгәндә, эштәр планға ярашлы алып барыла. 100-гә яҡын кеше дублер күперҙе төҙөү өҫтөндә эшләй. Күпер таяуҙары, быраулау свайҙары урынлаштырылған. Был проект оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнһә лә, эштәрҙе иртәрәк тамамларға планлаштырабыҙ, артабан да төҙөлөш барышын тикшереп торасаҡбыҙ, – тип билдәләне Эмиль Владиславович.

Капиталь ремонт башҡарылған мәктәптәр әҙерлеге 95 проценттан ашыу. Биналар эсендә штукатур-буяу эштәрен тамамларға ғына ҡалған. 1-се лицейҙа, 17-се һәм 2-се мәктәптәрҙә инженер коммуникацияларын, аҙ токлы системаларҙы, 16-сы мәктәптә вентиляция системаларын ремонтлау тамамланып килә. Шулай уҡ, 17-се мәктәптә инеү төркөмдәрен ремонтлау буйынса эштәрҙе башҡараһы, линолеум һәм иҙән плиталарын түшәгәндә барлыҡҡа килгән етешһеҙлектәрҙе юҡ итәһе генә ҡалған. Мебель һәм ҡорамалдар һатып алынған. Мәктәптәр күҙгә күренеп үҙгәргән, матурланған, тыш яҡтан да йәмләнеп киткән. Ҡарап тороуы ғына ла үҙе бер шатлыҡ.

Ә бына ҡалабыҙҙың Киров исемендәге паркы төҙөкләндереү стадияһында. Фонтанға һыу үткәрелгән, электр яҡтыртыстар терәүҙәре урынлаштырылған, әлеге ваҡытта плафондар ҡуйыла, брусчатка түшәлә.

– Бөтә ағастарҙы ла һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, һәм бөгөн мин тағы ла ошоға баҫым яһаным – эштәр барышында подрядсыға үҫентеләргә ҡарата һаҡсыл булыуҙарын тағы бер тапҡыр әйтеп үттем. Паркты шулай уҡ тере ҡойма рәүешендә (ҡыуаҡтар менән – авт.) кәртәләү планлаштырыла, – тине ҡала мэры Эмиль Шәймәрҙәнов ошо хаҡта.

Әлфиә МАНСУРОВА.

Фотолар – Э.Шәймәрҙәнов сәхифәһенән.

Эштәр оҙаҡламай тамамлана
Эштәр оҙаҡламай тамамлана
Эштәр оҙаҡламай тамамлана
Эштәр оҙаҡламай тамамлана
Эштәр оҙаҡламай тамамлана
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас