

Стәрлетамаҡта Ноғоманов урамындағы балалар дауаханаһы янында парковка барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов хәбәр итте.
Ҡала башлығына ошо хаҡта дауаханаға балалары менән даими рәүештә йөрөгән әсәйҙәрҙән бик күп мөрәжәғәт булған. Ҡатын-ҡыҙҙар парковка булмауына зарлана. Эмиль Владиславович эш буйынса дауахана территорияһын барып күрә һәм 30 урынлыҡ парковка булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Оҙаҡламай эштәр башланасаҡ, нигеҙ әҙерләнеп, асфальт түшәү планлаштырыла.
“Балалар дауаханаһы – тиҙ эш итеү һәм уңайлылыҡ мөһим булған урын ул. Минең дә бәләкәй балам бар, шуға күрә бының ни тиклем әҙәмиәтле фактор икәнен аңлайым”, – тип билдәләне Эмиль Шәймәрҙәнов.
Ә.МАНСУРОВА.
Фото Э.Шәймәрҙәнов сәхифәһенән.