Төҙөкләндереү
4 Августа 2025, 11:35

Өфөлә 6 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 8 бина ремонтланасаҡ

 Бөгөн,4 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Өфө биләмәһендә урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу буйынса Төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр. 2025 йылға пландар тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков хәбәр итте.

Өфөлә 6 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 8 бина ремонтланасаҡӨфөлә 6 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 8 бина ремонтланасаҡ
Өфөлә 6 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 8 бина ремонтланасаҡ

. Программа сиктәрендә 2025 йылда алты медицина ойошмаһының дөйөм суммаһы 195 миллион һумлыҡ һигеҙ бинаһын ремонтлау күҙаллана. Мәҫәлән, 8-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се поликлиника бүлегендә һәм ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиника бүлегендә комплекслы капиталь ремонт бара. Республика клиник наркодиспансерының өс стационарында һәм Республика клиник инфекцион дауаханаһы стационарында капиталь ремонт үткәрелә.Тағы ла ике бинала – 50 – се поликлиникала һәм 18-се ҡала клиник дауаханаһында-ауыр ҡорамалдар ҡуйыу өсөн биналар әҙерләнә, - тип белдерҙе Роберт Иштуков.

Атап әйткәндә, Өфөлә төбәк проекты сиктәрендә быйыл алты медицина ойошмаһында һигеҙ бина ремонтлана.

Р. ҒӘЛИМОВА.

Өфөлә 6 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 8 бина ремонтланасаҡ
Өфөлә 6 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында 8 бина ремонтланасаҡ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас