Ашҡаҙар
+17 °С
Ясно
Төҙөкләндереү
21 Июля , 07:12

Йорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм ҡала Советы депутаттары менән берлектә Гоголь урамындағы 96-сы һәм Полевая урамындағы 13, 17, 19-сы йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыу үткәрҙе.

Йорт яны биләмәләре төҙөкләндереләЙорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә
Йорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә

Фекер алышыуҙың төп темаһы йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү булды. Ҡала халҡының күпселеге балалар һәм спорт майҙансыҡтарын яңыртырға теләк белдерә. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленгән финанслау арҡаһында был проектты тормошҡа ашырыу мөмкин булды. Этаплап эш итергә килештек: тәүҙә проект һәм смета әҙерләйәсәктәр, уларҙы халыҡ менән килешеп, шунан һуң ғына эшкә тотонасаҡтар. Объекттарҙы ҡабул итеүҙе йәшәүселәр үҙҙәре лә тормошҡа ашырасаҡ. Бынан тыш, осрашыу барышында граждандарҙың башҡа мөрәжәғәттәре теркәлде һәм хәл итергә алынды. Был хаҡта үҙенең сәхифәләрендә депутат Игорь Сыров яҙып сыҡты.

Йорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә
Йорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә
Йорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас