Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Апрель 2023, 13:10

Мәсет төҙөлөп бөтәсәк!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы мосолмандар күпләп йәшәгән ҡала булараҡ, бында бер нисә мәсет эшләп килә, яңыһы төҙөлә. Һүҙебеҙ Ҡаранай Моратов урамында урынлашҡан “Мөхәммәтсәлим” мәсете тураһында. Мәсеттә бөгөнгө көндә төҙөлөштәр бара, әммә ул ҡала мосолмандарын һәм ҡунаҡтарҙы диин байрамдарҙа берләштереүсе булараҡ күптән эшләп килә.

Мәсет төҙөлөп бөтәсәк!Мәсет төҙөлөп бөтәсәк!
Мәсет төҙөлөп бөтәсәк!

Төҙөлөш тигәндән, иман йортон ослап ҡуйыуҙа, сер түгел, финанс ҡыйынлыҡтар ҙа булып ала. Әммә изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләүсе мосолмандар ярҙамы менән төҙөлөш дауам итә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта “Риком” төҙөлөш компаниялар төркөмө ойоштороусыһы һәм етәксеһе Ринат Райманов ярҙманы менән мәсеттең эске өлөшөндә эштәр ҡайнай. Атап әйткәндә, түбә биҙәлә, иҙәнгә плитка йәбештерелә, тәҙрә яңыртыла, ҙур люстра ҡуйыла.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Райманов ҡала ғына түгел, хатта республиканан ситтә лә төҙөлөш өлкәһендә уңышлы эшләп килгән бизнесмен, ҡаланың тарихи объекттарын тергеҙеүсе меценат булараҡ билдәле. Ринат Фаат улы һымаҡ үҙ еренә битараф булмаған шәхестәр күберәк булғанда, республикабыҙ матур төбәк булып үҫешеренә шик юҡ!

Ольга ДОРОГОВА.

Автор фотолары.

Мәсет төҙөлөп бөтәсәк!
Мәсет төҙөлөп бөтәсәк!
Мәсет төҙөлөп бөтәсәк!
Мәсет төҙөлөп бөтәсәк!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас