

Илдар Буранғоловты районда булдыҡлы фермер һәм район советы депутаты булараҡ беләләр. Фермерлыҡ менән Илдар Ишбирҙе улы теүәл ун йыл шөғөлләнә. Халыҡ менән дә ошо уҡ ваҡыт арауығы эшләй.
Дөрөҫөн әйткәндә, районда бер сара ла Илдар Буранғоловтың бағыусылығынан тыш үтмәй. Мәҫәлән, күптән түгел ул районда йыл башында старт алған “Изгелек сылбыры” акцияһына ҡушылып, ауылдаштарына, Мырҙаш ауылы халҡына башҡортса бушлай концерт-спектаклдәр күрһәтеү ойоштора. Бынан тыш, хужалығында эшселәргә ҡиммәтле бүләктәр, социаль объкеттарҙы ремонталағанда финанс ярҙам күрһәтә ул.
Әйткәндәй, Илдар Ишбирҙе улы күптәп түгел Мәләүез ҡалаһында үткән “Атайсал” форумында ҡатнашып, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡулынан Рәхмәт хаты алды. Афарин, Илдар!