Ашҡаҙар
+28 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель , 18:00

Sos төймәһе булырға тейеш

Юлда булған авария, һыу баҫыу, янғын кеүек ҡурҡыныс осраҡтарҙа һәр водитель автомобилдә булған SOS төймәһе аша ярҙам саҡырта ала. Был төймә ЭРА-ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған Рәсәй һәм Таможня союзы илдәре етештергән һәр  транспортта бар. Шулай уҡ был система юлда авария булған осраҡтарҙа ярҙамға килә ала.

Әгәр ҙә һеҙ сит илдән автомобиль һатып алып, Рәсәйгә үтергә теләһәгеҙ, был система ҡуйылған булыуын мотлаҡ тикшерергә кәрәк буласаҡ. Сөнки был талап үтәлмәһә, томожня автомобилегеҙҙе ил сигенән үтергә рөхсәт бирмәйәсәк. Был турала бигерәк тә параллель импорт аша сит ил автомобилдәрен һатып алырға теләүселәргә белеү мөһим.

Әйткәндәй, 2022 йылдың яҙында был ҡоролманы етештереүҙә ҡулланылған компоненттарға ҡытлыҡ булыу сәбәпле, талап ваҡытлыса туҡтатылып торған ине. Хәҙер компоненттарға бәйле мәсьәлә хәл ителгән һәм 1 июндән башлап сит илдәрҙән килтерелгән һәр транспорт ЭРА-ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған булырға тейеш буласаҡ.

Системаны нисек ҡулланырға, уны үҙегеҙҙең автомомбилгә нисек һәм ҡайҙа арзан хаҡҡа ҡуйҙырыу тураһында төплөрәк объясняем.рф сайтында уҡығыҙ.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас в