Ашҡаҙар
+28 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель , 21:20

Улым өсөн үс алам!

Бөгөн Өфөлә Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальоны Махсус хәрби операцияға йүнәлде. Батальонда Стәрлетамаҡтан да ир-егеттәр бар. Улар оран булғас та, батальонға яҙылды. Араларында отставкалағы офицер ҙа бар.Ул быға тиклем махсус хәрби операцияла улын юғалтҡайны. Атай йөрәге түҙмәне һәм яуға йүнәлде.

Улым өсөн үс алам!
Улым өсөн үс алам!

Өфөлә батальонды тантаналы оҙатырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, РФ Президентының Волга буйы федераль округта тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Рәсәй оборона министры беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов та килде.
- Әлеге ваҡытта меңәрләгән Башҡортостан егеттәре махсус хәрби операцияла тыуған илде яҡлай! Һеҙҙә уларҙың сафына баҫаһығыҙ! Еңел ҡарар түгел, әммә ватан өсөн ул мөһим! Һеҙҙең ғаиләләрегеҙ беҙ ҡурсаларбыҙ, ярҙам итербеҙ, борсолмағыҙ! - тип мөрәжәғәт итте ил һаҡсыларына Радий Фәрит улы.

Стәрлетамаҡтарға килгәндә, уларҙы иһә ҡалабыҙҙан шулай уҡ тантаналы рәүештә бер нисә көн элек оҙаттылар. Сарала ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвира Иманғолова ҡатнашты.
Оҙатҡанда егеттәр ҙә, оҙатырға килгән яҡындары ла күтәренке рухта булды! Сөнки Ватан саҡырғанда был аҙым кәрәкле аҙым икәнлеге һәр кемгә лә билдәле, мөһим!
Иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!

Улым өсөн үс алам!
Улым өсөн үс алам!
Улым өсөн үс алам!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас в