Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2023, 19:04

“КамАЗ” менән бәрелешеүҙән ике кеше вафат булған

Бөгөн төндә республикала йәнә ҡот осҡос авария теркәлде.  

“КамАЗ” менән бәрелешеүҙән ике кеше вафат булған
“КамАЗ” менән бәрелешеүҙән ике кеше вафат булған

Дыуан районында Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы юлының 179-се километрында була фажиғә. Мәғлүмәттәр буйынса, “КамАЗ” менән “Volkswagen Polo” автомобилдәре бәрелешә.

Һөҙөмтәлә сит ил еңел машинаһының водителе һәм пассажиры урында йән бирә.

Әлеге мәлдә ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.

Республиканың юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте юлдарҙа һаҡ һәм уяу булырға, тиҙлекте арттырмай, башҡа ҡағиҙәләрҙән сыҡмай ғына йөрөргә саҡыра. Ғәҙәттә май байрамдарында авариялар йыш теркәлеүсән – күп осраҡта сәбәбе иҫкерткес эсемлектәр эсеп руль артына ултырыу. Һаҡ булығыҙ, имен йөрөгөҙ!

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: