Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2023, 14:55

“КУРС ДУҒАҺЫ”НДА АЛЫША

Иң көслө яуҙарҙың береһендә ул аңын юғалта... Ҡалабыҙҙа быйылғы Еңеү көнөн 12 ветеран ҡаршылай. Шуларҙың береһе – 1924 йылдың 15 сентябрендә тыуған Хажиәхмәт Шәймөхәмәт улы Ғафаров. Ул һуғышҡа 1942 йылдың авгусында Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылынан саҡырыла. Ауылдан улар алты кеше юллана. Өфөлә комиссия үтеп Белгород өлкәһенә поезд менән китәләр...

Ҡыйратылған дошмандар

 Килеп төшкәндә бында һуғыш булмай әле. Уларҙы 25 кешене “Курск дуғаһы”на ебәрәләр. 2 июндә Прохоровка тимер юл станцияһы эргәһендә Белгородтан төньяҡҡараҡ 56 саҡырымда иң ҙур танкылар һуғышы була. Совет ғәскәрҙәре һөжүмгә барған “Кемпф” оператив төркөмөнә ҡаршы сыға. Ике яҡтан һуғышта 1200 самаһы танк һәм үҙйөрөшлө ҡулайлама ҡатнаша. Ҡаты алыш көн буйы дауам итә, кискә табан танк экипаждары  пехота менән бергә дошманға ташлана, ҡул һуғышы башлана. Ошо пехота составында Хажиәхмәт Шәймөхәмәт улы ла була. Һаҡланған тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, вермахт Курск һуғышында 30 һайланма дивизияһынан, шул иҫәптән 7 танк дивизияһынан, 500 меңдән ашыу һалдат һәм офицерынан, 1,5 мең танкыһынан, 3,7 меңдән ашыу самолетынан, 3 мең орудиеһынан “ҡолаҡ ҡаға”.

 

Яралар артабан һуғышырға ирек бирмәй

Ошо алышта Хажиәхмәт Ғафаров та ҡаты яраланып аңын юғалта. Иптәштәре уны яу яланында ҡалдырмай, машина кузовында алып сығып Пенза ҡалаһындағы госпиталгә илтәләр. Дауаланыуға ҡарамаҫтан, ул  артабан һуғышырға яраҡһыҙ тип табыла һәм һуғыш бөткәнсе хәрби-юл отрядында тимер юлдарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә. Еңеү көнөн Тоста ҡалаһында ҡаршылай.

Һуғыштан һуң һигеҙ йыл ауыл советы сәркәтибе булып эшләй.  Аҙаҡ 28 йыл карьерҙа экскаваторсы-машинист булып хеҙмәт юлы үтә. Яҡшы эшләгәне өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Һуғыштан ҡайтып бер йыл үткәс Красноусолда карьерҙа эшләгәндә төҙөүсе ҡыҙ Шәрифә менән танышып  бик матур ғаилә ҡоралар. Үҙ-ара татыу йәшәп береһенән-береһе һылыураҡ, уңған биш ҡыҙ үҫтерәләр, уларҙы уҡытып, ҙур тормошҡа сығаралар.  Бөгөнгө көндә Хажиәхмәт Шәймөхәмәт улы һигеҙ ейән-ейәнсәрен, ике бүләһен ҡулына алып һөйөнә. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше, һөйөклө ҡатыны бынан 18 йыл элек яҡты донъяларҙан киткән. Хажиәхмәт бабай, тәүге мөхәббәтенә тоғро ҡалып, башҡа өйләнмәгән. Уны балалары бик матур итеп тәрбиәләй. Уға киләһе йыл 100 йәш туласаҡ. Саф зиһендә, үҙ аяғында йөрөй!

Быйыл да Еңеү көнөн ҡаршылағанда ҡотлауҙарға, бүләктәргә күмелеп, тултырып быуатлыҡ йәшен, яҡындарын ҡыуандырып йәшәргә яҙһын ветеранға!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ғаилә архивынан алынды.

“КУРС ДУҒАҺЫ”НДА АЛЫША
“КУРС ДУҒАҺЫ”НДА АЛЫША
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: