Ашҡаҙар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2023, 18:23

Йөрәк йылыбыҙҙы йәлләмәйек!

Бөгөн  беҙ барыбыҙ ҙа махсус хәрби операция зонаһында барған хәл-ваҡиғаларҙы тулҡынланыу менән күҙәтәбеҙ. Хәрби бурысын үтәгән егеттәрҙең әсәләренең, ҡатындарының, туғандарының  һәм яҡындарының  йөрәк һыҙланыуын уртаҡлашабыҙ. Алғы һыҙыҡта булғандарға беҙҙең әхлаҡи ярҙамыбыҙ, хәстәребеҙ һәм иғтибарыбыҙ бик кәрәк.

Йөрәк йылыбыҙҙы йәлләмәйек!
Йөрәк йылыбыҙҙы йәлләмәйек!

Стәрлетамаҡ районында, мәҫәлән, бөтә ерҙә лә акциялар уҙғарыла, хәрби позицияларға  посылкалар, иң ихлас теләктәр менән хаттар ебәрелә. Кантюковка ауылы халҡы махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам  итергә саҡырыуға дәррәү ҡушылды. Районда  “Йөрәк йылыһы” акцияһы иғлан ителгәндән бирле һәр кем гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Беҙҙең китапханала махсус операция зонаһына  ебәреү өсөн ойошторолған ҡабул итеү пунктында кәрәкле әйберҙәр, оҙайлы һаҡлау продукттары, дарыуҙар йыйылды. Ауыл халҡының ҡайһы берҙәре аҡса менән ярҙам итте.

Бына улар Кантюковканың битараф булмаған изге күңелле кешеләре  – Лилиә һәм Ирек Сәббәховтар, Розалина һәм Радмир Кантюковтар, Рәйсә һәм Фәнис Батталовтар, Гөлимә һәм Камил Ишморатовтар, Раушания һәм Мөнир Зәйнәғетдиновтар, Зилә һәм Шамил Ғиззәтуллиндар, Рәүиә һәм Мөнир Биктимеровтар, Әлфиә һәм Әмир Шәрәфетдиновтар, Әлфиә һәм Камил Кантюковтар, Рафаэль һәм Рәмилә Ишморатовтар. Ярҙам ҡулы һуҙыусылар исемлеге бының менән генә туҡталмай, шулай уҡ,  Фәриҙә Токарева, Фәйрүзә Ханмырҙина, Фәриҙә Кантюкова, Әминә Вәхитова, Рәйсә Кәримова, Раушания Алтынбаева, Фаягөл һәм Фәрит Әмировтар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Улар араһынан, мәҫәлән, Тәлғәт Мортазин гуманитар ярҙам ебәреү өсөн ул үҙе етештергән ҡорт балын килтерҙе.

 Ихлас күңелдән һәммәгеҙгә лә рәхмәт әйтәбеҙ! Ғаиләләрегеҙгә ырыҫ-бәхет, ҡот-бәрәкәт килһен, ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Күгебеҙ аяҙ булһын!

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: