Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2023, 15:23

Республиканың ирекле мотоуҡсылар полкына исем һайланылар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың әле төҙөлә башлаған ирекле мотоуҡсылар полкын «Башҡортостан» тип атарға тәҡдим итте. Был турала республика етәксеһе Таһир Күсимов исемендәге бишенсе ирекмәндәр батальонын хәрби әҙерлек үтеү урынына оҙатыу сараһында иғлан итте.  

Республиканың ирекле мотоуҡсылар полкына исем һайланылар
Республиканың ирекле мотоуҡсылар полкына исем һайланылар

«Республикабыҙ исеменән һеҙҙең ҡарарығыҙ өсөн тәрән ихтирамымды һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Был бик ҡатмарлы, әммә бик ҡыйыу һәм илебеҙгә кәрәкле аҙым. Тотош республика менән ошо ҡарарығыҙҙы хуплап һәм аңлап ҡабул иткән туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ алдында баш эйәбеҙ, рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ һеҙгә ярҙам итеп торорбоҙ. Мобилизацияланғандар, Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм дүрт батальон яугирҙәре һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, беҙ туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, ата-әсәләрегеҙ, хәләл ефеттәрегеҙ һәм балаларығыҙ хаҡында ла хәстәрлек күрербеҙ . Беҙ махсус хәрби операцияла хәрби бурысығыҙҙы үтәрһегеҙ тигән ышаныс белдерәбеҙ. Иң мөһиме, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы һорайым. Эшләгеҙ, туғандар», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров хәрбиҙәргә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: