+28 °С
Болотло
Стәрлетамаҡта 2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ғөмүмән 16 светофор яңыртыласаҡ. Яҡын арала Ильич һәм Баҫыу урамдары киҫелешендә йәнә 4 светофорҙы яңыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ Артем һәм Ибраһимов, Вокзал һәм Ноғоманов урамдары киҫешкән ерҙә светофорға реконструкция үткәреләсәк.
Светофорҙарҙы ҡуйыу һәм тергеҙеү буйынса эштәр 2023 йылдың 30 июненә тамамланырға тейеш тип планлаштырыла. Был үҙ сиратында, әлбиттә, юлдағы хәүефһеҙлекте бермә-бер арттырасаҡ.