

Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бодрумға рейстар 10 көнгә бер тапҡыр 238 урынлыҡ уңайлы Boeing 757-200 самолеттарында башҡарыла. Антальяға осоу өсөн иһә аҙнаһына өс тапҡыр 336 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 767-300 һауа суднолары йәлеп ителә.
Антальяға «Аэрофлот», Red Wings, Corendon Airlines һәм Southwind Airlines авиакомпаниялары ла осоштар башҡара. Өфөнән Төркиәнең популяр курорттарына октябрь аҙағына тиклем осорға мөмкин.
Башинформ.