Мәғлүмәттәр буйынса, Ҡурған, Ульяновск, Һамар, Түбәнге Новгород, Пенза өлкәләрендә, Удмурт һәм Сыуаш республикаларында 29 кеше ошо эсемлектән ағыуланып үлгән. Әлеге төбәктәрҙә йәшәгән тағы ла 60-тан ашыу кеше — табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы республика магазиндарында ошо эсемлекте эҙләү менән шөғөлләнә.
«Башинформ»