Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Июнь 2023, 11:28

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Дмитрий Загребиндың тол ҡатынына ярҙам итергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла һәләк булған десант-һөжүм итеү ротаһы командиры, өлкән лейтенант Дмитрий Загребиндың тол ҡатынына ярҙам итергә ҡушты. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул 13 июндә Стәрлетамаҡта уны һуңғы юлға оҙатыуҙары тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Дмитрий Загребиндың тол ҡатынына ярҙам итергә ҡуштыРадий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Дмитрий Загребиндың тол ҡатынына ярҙам итергә ҡушты
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Дмитрий Загребиндың тол ҡатынына ярҙам итергә ҡушты

- Бик ауыр юғалтыу, йәп-йәш, ҡыйыу, шәп егет, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булды. Әсәһе менән хәләл ефете ҡалды. Башлыҡтарға тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрәм: бындай ғаиләләр тураһында даими хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Ғәскәри часть Улан-Удэла урынлашҡан, тине республика етәксеһе. Һәләк булған яугирҙең ҡатыны сығышы менән Стәрлетамаҡтан, ул ҡайҙа йәшәйәсәген хәл итмәгән әле.

- Әгәр беҙгә күсеп ҡайтһа, һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк булыр, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас