Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Июнь 2023, 13:10

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

26 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция барышында яраланыуға бәйле хеҙмәттән азат ителгән, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙға генерал Миңлеғәле Шайморатовтың миҙалдарын тапшырҙы.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеРадий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
«Хөрмәтле яугирҙәребеҙ! Бөгөн һеҙгә дәүләт наградаларын тапшырыу  —беҙҙең өсөн оло мәртәбә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Республика һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күреүҙе дауам итер. Барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ».

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда генерал Шайморатов миҙалын булдырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне. Бындай башланғыс менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Яңы дәүләт наградаһы йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас