Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Июля 2023, 07:05

Июлдә көндәр ниндәй буласаҡ?

Йәйҙең тәүге айы һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Быйылғы июнь күп кенә сюрприздары менән ғәжәп итте, ә бына июлдән нимәләр көтөргә була икән?

Синоптиктар фаразына ҡарағанда, беҙ күптән көткән йылы көндәр йәнә әйләнеп ҡайта. Июль +26 градус эҫенән башлана, был ай йәшенле ямғырҙар һәм ҡойма ямғырҙар алып килә. Һәр хәлдә, айҙың тәүге аҙнаһында шундай һауа торошо буласаҡ. Уртаса һауа температураһы +24; +28 градус тирәһе буласаҡ, ә ямғырҙар үҙгәреүсән болотло көндәр менән алмашынып торасаҡ.

Айҙың икенсе аҙнаһынан һауа торошо тотороҡлана башлай: яуым-төшөм туҡтай, болоттар тарала, ҡояш йомарт нурҙарын һибә. Термометр бағанаһы көндөҙ +25 градустан төшмәйәсәк, ә төндәрен уртаса һауа температураһы +17 градус тирәһе буласаҡ. Йәй шундай булырға тейеш тә!

 Айҙың  икенсе яртыһында эҫе, ҡояшлы, ҡояшта ҡыҙыныу өсөн йәки тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн иң ҡулай мәл килә: +40 градуслыҡ эҫе йонсотмаясаҡ, ә рәхәтләнеп ял итерҙәй йәйҙең йәмле көндәре килә.  Июль аҙағында шулай уҡ  күңелде төшөрөрҙәй һауа торошо көтөлмәй:  уртаса температура көндөҙ +24 һәм төндә +17 тирәһе, ҡояшлы, ел-ямғырһыҙ көндәр буласаҡ, әгәр ҙә ошо мәлдә отпуск алырға уйлаһағыҙ, борсолмағыҙ  – һауа торошоноң боҙолоуы пландарығыҙҙы боҙмаясаҡ.

Роза САФИНА.

Июлдә көндәр ниндәй буласаҡ?
Июлдә көндәр ниндәй буласаҡ?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас