

Башҡортостан Башлығы пленар ултырышта сығыш яһаны, шулай уҡ 26-28 июндә Өфөлә уҙған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумына йомғаҡ яһаны. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Радий Хәбиров «Хәтер поезы» патриотик проектында ҡатнашыусылар менән осрашты. Валентина Матвиенко республика етәксеһенә форумға ҙур әҙерлек эше өсөн рәхмәт белдерҙе. Киң мәғлүмәт саралары шулай уҡ Башҡортостан Башлығының Һамар өлкәһенә, «Башҡортостан» ирекле полкы яугирҙәренең хәрби әҙерлек урынына барып ҡайтты. Бынан тыш, 16 июндә Башҡортостандың күргәҙмә стендында Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә республика делегацияһының XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығындағы эшенә йомғаҡ яһаны, тиелә отчетта.
Икенсе урында – күрше Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов, өсөнсөлә – Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин.
Башинформ.