Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Июль 2023, 05:30

Эшенә яуаплы ҡараған өсөн

Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов сираттағы оператив кәңәшмәлә хеҙмәттәшебеҙ, “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Эльдар Мөнир улы ФӘТТӘХОВҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Маҡтау грамотаһы” тапшырҙы.

Эшенә яуаплы ҡараған  өсөнЭшенә яуаплы ҡараған  өсөн
Эшенә яуаплы ҡараған өсөн

Эльдар Мөнир улы бына хәҙер ун йылдан ашыу инде “Ашҡаҙар” гәзитенә арымай-талмай хеҙмәт итә. Төп вазифаһы булған яуаплы сәркәтип эшен алып барыу менән бергә, ул бер үк ваҡытта фотограф, водитель эштәрен дә юғары профессиональ кимәлдә башҡара, уҡымлы, фәһемле мәҡәләләр яҙырға ла өлгөрә. Эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, тырыш хеҙмәттәшебеҙ үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән оҙаҡ йылдар гәзитебеҙҙең данын күтәреп, әлегеләй дәртләнеп эшләүен һәм киләсәктә лә ҙур уңыштар яулауын теләйбеҙ!


“Ашҡаҙар”ҙар.

Автор:
Читайте нас