

«Бөтәһе лә алкоголдең юл-транспорт фажиғәләренең иң йыш осраған сәбәптәренең береһе булыуын белә, шуға күрә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең күпме автомобиль һәләкәтенә юл ҡуймауын иҫәпләү ҡыйын түгел. Эскән водитель юлда иғтибарһыҙ ҡала, уның алыҫлыҡ тойғоһо насарая, хәрәкәттәр координацияһы түбәнәйә, организмы көсһөҙләнә һәм тиҙ дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе ауыр. Иҫерек водитель – ғүмер өсөн хәүеф», – тип яҙған республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналындa.
Ул республика буйынса эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92 эшләүен иҫкәртте.
Башинформ.