

«Тормоштағы күп ҡаҙаныштарым өсөн спортҡа бурыслымын. Хәҙер Бөтә Башҡортостан буйынса балалар спорт менән шөғөлләнһен һәм шуға ынтылышы булһын өсөн кәрәкле шарттар булдырыу иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе тип иҫәпләйем. Ҙур ҡалаламы йә бәләкәй ауылдамы — уларҙың ҡайҙа йәшәүе мөһим түгел.
Төбәктә «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты тормошҡа ашырыла. 2019 йылдан беҙ мәктәп спорт залдарын, майҙансыҡтарын ремонтлайбыҙ, инвентарҙәр һәм ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ, мәктәп спорт клубтарын үҫтерәбеҙ. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан ҙур аҡсалар йәлеп итәбеҙ, беҙҙең бюджеттан да финанслау ҡаралған. Маҡсат — 2024 йылға тиклем проектҡа республика буйынса 288 мәктәпте һәм 33 мең баланы йәлеп итеү»,- тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.