Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Август 2023, 06:18

Стәрлетамаҡта ике үҫмер билдәһеҙ матдә менән ағыуланған

 Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына 15 һәм 16 йәшлек ике үҫмерҙе килтергәндәр. Иртәнге сәғәт 6-ла уларҙы урамда иҫһеҙ ятҡан килеш үтеп барыусылар тапҡан.

Стәрлетамаҡта ике үҫмер билдәһеҙ матдә менән ағыуланғанСтәрлетамаҡта ике үҫмер билдәһеҙ матдә менән ағыуланған
Стәрлетамаҡта ике үҫмер билдәһеҙ матдә менән ағыуланған

«Яҡынса диагноз – билдәһеҙ матдә менән ағыуланыу. Балалар реанимацияға оҙатылған. Улар әле лә аңына килмәгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ағыуланыу сәбәбе асыҡланасаҡ», - тип белдергән дауахананың баш табибы Борис Шәрипов.
 
Баш табиптың әйтеүенсә, һуңғы ике аҙнала, шулай уҡ йыл башында ошондай осраҡтар теркәлгән булған. Балаларҙың ҡанында миорелаксант (рецептура препараты) табылған.

 

https://bash.bashinform.ru/articles/law/2023-08-18/st-rletama-ta-ike-mer-uramda-i-en-yuyyp-ola-an-3394414

 

Автор:
Читайте нас