

«Бөгөн Башҡортостан һәм бөтә спорт донъяһы «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсе Родион Әмиров менән хушлаша. Йәш һәм талантлы кешеләрҙең китеүе бик ҡыҙғаныс. Родиондың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
«Бөгөн беҙ Родион Әмировты оҙатабыҙ. Был Салауат Юлаев өсөн, тотош республика өсөн, барыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу. Родион беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм өмөтөбөҙ ине. Аҙағына тиклем көрәште», — тине «Салауат Юлаев» клубының генераль директоры Ринат Бәширов.
Родион Әмиров менән хушлашырға килгән КХЛ-дың йәштәр хоккейын үҫтереү буйынса вице-президенты Александр Гуськов, Родион Әмировтың вафаты бөтә спорт донъяһын ҡайғыртты, тип белдерҙе. Йәш хоккейсы тураһында иҫтәлек һәр спортсының күңелендә йәшәйәсәк, тип билдәләне ул. Родион Әмиров — тәүәккәллек һәм еңеү рухы өлгөһө, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Гусков.
Аренаға йыйылған халыҡ Родион Әмировты алҡыштар менән һуңғы юлға оҙатты. Фан-клуб һәм «Толпар» тәрбиәләнеүселәре хоккейсыны барабан һәм сәкәндәр һуғып алҡышланы.
Родион Әмиров Ишембай районының Богдановка ауылында ерләнәсәк.
Мәрхүмдең яҡындарының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.