

«Авиаинцидент» телеграмм-каналынан билдәле булыуынса, Мәскәү ваҡыты менән 08.39 сәғәттә 7 саҡрым бейеклектә һауа судноһы командиры яғыулыҡ запасы авария кимәлендә ҡалыуы тураһында хәбәр итә. Аэропортта «Тревога» иғлан ителә һәм контроль көсәйтелә. Өс минуттан һуң «Победа» авиакомпанияһы самолеты имен-аман ергә төшә.