Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Август 2023, 11:54

Түләүле дауаханала бала тапҡан өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Үҙ аҡсаң иҫәбенә бала табыуға төҙөлгән килешеү өсөн һалым ҡайтармаһы алыу маҡсатында Федераль һалым хеҙмәтенә түбәндә күрһәтелгән документтарҙы тапшырырға кәрәк:

Түләүле дауаханала бала тапҡан өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?Түләүле дауаханала бала тапҡан өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
Түләүле дауаханала бала тапҡан өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

- медицина учреждениеһы (бала табыу йорто) менән төҙөлгән контракт күсермәһе
- чектар һәм медицина хеҙмәттәре өсөн түләү тураһында белешмә
- башҡарылған эштәр хаҡында акт

Бала табыу хаҡының 13 процентын ҡайтарырға мөмкин. Уның иң ҙур күләме - 15 600 һум.

Социаль ҡайтарма физик шәхестәрҙең табышына 13 процентлыҡ ставка буйынса һалым түләгән Рәсәй граждандарына ғына ҡаралған. Профессиональ килемгә 4 йәки 6 процент һалым түләгән үҙмәшғүлдәр һалым ҡайтармаһын алмай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас