

Шайморатов ауылындағы Еңеү паркында иртә таңдан ауыл халҡы, әүҙемселәр, хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ кескәй шайморатовсылар йыйылды. Тантаналы митинг легендар комдивтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Сарала йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәләмләне.
– Бөгөн беҙ легендар комдивтың 124 йыллығын билдәләйбеҙ. Ул 43 йыллыҡ ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Бөйөк Ватан һуғышына тос өлөш индерергә һәм һәр беребеҙгә үрнәк һәм яҡшы таныш булған бөйөк батырлыҡ ҡылырға өлгөрә. Беҙ уның ҡаһарманлығы, фиҙакәрлеге, эшлекле һәм лидерлыҡ сифаттары менән һоҡланыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ, – тип сығыш яһаны Әлфир Фәрхәт улы.
Митингта ҡатнашыусылар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовты, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Бынан һуң барыһы ла «Шайморатов-генерал» йырын башҡарҙы.
Сара Шайморатов ауылы күп функциялы клубында дауам итте. Бында «Слава героя на века» ғәмәли конференцияһы һәм Что? Где? Когда?» интеллектуаль уйыны үтте. Малайҙар-ҡыҙҙар легендар комдивтың тормош юлын яҡшы белеүен күрһәтте һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яңы тарихи биттәрен асты. Интеллектуаль уйында тап Шайморатов мәктәбе уҡыусылары еңеү яуланы.
– Уйын бик ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле булды. Әммә ныҡышмаллы көрәштә беҙ еңеү яуланыҡ. Миңлеғәле Шайморатов беҙҙең ауылдың һәр кешеһе өсөн Рәсәй Геройы ғына түгел, туғаныбыҙ кеүек яҡын кеше. Беҙҙең атай-әсәйҙәр, өләсәй һәм ҡартатайҙар уның бала сағы һәм нисек ошондай ҙур уңышҡа өлгәшеүе хаҡында тарихтар һөйләй, – тип һөйләне еңеүсе команда вәкиле Салауат Рәхмәтуллин.
Миңлеғәле Шайморатов хаҡындағы хәтер халыҡ йөрәгендә йәшәй. Уның хаҡында китаптар яҙыла, йырҙар йырлана. 2022 йылдың 11 октябрендә Өфөләге Совет майҙанында генерал Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Был бөтә Ватан һаҡсыларына арналған ҙур комплекс. Бөгөн «Шайморатов вариҫтары» махсус хәрби операцияла илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлай. Беренсе башҡорт батальонының да Миңлеғәле Шайморатов исеме менән аталыуы юҡҡа түгел.