

Ведомствола белдереүҙәренсә, «Хәмерһеҙ көн» Белем көнөнә арналған саралар ваҡытында йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн индерелә.
«Тыйыу йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь продукцияһын берәмләп һатыуҙан тыш, барлыҡ сауҙа нөктәләренә (магазиндарға) ҡағыла», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.
Республикала шулай уҡ Яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, шулай уҡ һабантуй көндәрендә алкоголь һатырға ярамай.