Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Август 2023, 11:15

Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум аҡсаға иҫәп тота ала

Башҡортостанда йәшәүселәр социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина һөйләне.

Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум аҡсаға иҫәп тота алаБашҡортостанда йәшәүселәр үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум аҡсаға иҫәп тота ала
Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум аҡсаға иҫәп тота ала

Түләүгә халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торғандар иҫәп тота ала. Программаның шарттарына ярашлы, проект, бизнес-план һәм финанс моделен тәҡдим итергә кәрәк.

2023 йылда Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Эксперттар билдәләүенсә, аҡса күләме буйынса республика Рәсәй субъекттары араһында 9-сы урынды биләй.

Яңы эш башлаған бизнесмендарға дәүләт ярҙамы программалары тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы лонгридында уҡығыҙ.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-30/bash-ortostanda-y-sh-sel-r-eshen-asyu-s-n-350-me-um-a-sa-alyr-a-m-mkin-3412469

 

Автор:
Читайте нас