Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Август 2023, 06:18

Башҡортостанда 51 ир-уҙаман «Атайҙар ҡаһарманлығы» наградаһы менән бүләкләнә

Башҡортостанда 51 ир-уҙаман «Атайҙар ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы. Уны күп балалы атайҙарға, табиптар, педагогтар һәм аграрийҙар династияһы вәкилдәренә, музыканттарға, доброволецтарға, спортсыларға, ҡотҡарыусыларға, экологтарға һәм донорҙарға, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгәндәргә бирелә.

Башҡортостанда 51 ир-уҙаман «Атайҙар ҡаһарманлығы» наградаһы менән бүләкләнәБашҡортостанда 51 ир-уҙаман «Атайҙар ҡаһарманлығы» наградаһы менән бүләкләнә
Башҡортостанда 51 ир-уҙаман «Атайҙар ҡаһарманлығы» наградаһы менән бүләкләнә

Еңеүселәрҙең исемлеге Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында баҫылған. Наградалар тапшырыу тантанаһы 4 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында була. Әйткәндәй, 2023 йылда лауреаттар күп, 2021 йылда — 27, 2022 йылда 38 кеше ошо абруйлы награданы алған.

«Атайҙар ҡаһарманлығы»на республиканың 54 муниципалитетынан йәмғеһе 191 ғариза килгән. Айырыуса Әлшәй, Архангел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Илеш, Краснокама, Көйөргәҙе һәм Өфө райондары, Өфө һәм Октябрьский әүҙемлек күрһәткән.

Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-30/bash-ortostanda-51-ir-u-aman-atay-ar-a-armanly-y-nagrada-y-men-n-b-l-kl-n-3412575

 

 

Автор:
Читайте нас