

2 сентябрҙән ҡала-ауылдарҙың биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм республика экологик өмәләре, шулай уҡ таҙалыҡ көндәре башланды.
Ирина Голованова һүҙҙәренсә, уҙған ял көндәрендә төбәктә 2 мең кубометр сүп-сар сығарылған. Сүп-сар йыйыуҙа 8 меңдән ашыу кеше, шулай уҡ беркетелгән биләмәләрҙә 600-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашты, 200 берәмек техника йәлеп ителде.