Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2023, 17:27

7 сентябрҙә ил мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була

7 сентябрҙә илдең барлыҡ мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 6-11-се кластар өсөн бындай дәрестәр кесаҙна һайын үткәрелә башлай. Уҡыусыларға фән һәм технологиялар һөнәрҙәр өлкәһендәге ҡаҙаныштар, заманса хеҙмәт баҙары, перспективалы һөнәрҙәр хаҡында һөйләйҙәр.

7 сентябрҙә ил мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була7 сентябрҙә ил мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була
7 сентябрҙә ил мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була

Беренсе дәрестә балалар тормошта хеҙмәттең мөһимлеге, илебеҙ иҡтисады тармаҡтары, шулай уҡ төрлө һөнәрҙәр өсөн кәрәкле сифаттар тураһында беләсәк.

«Рәсәй — минең офоҡтарым» курсы 34 дәрескә иҫәпләнгән. Һәр дәрес төрлө йәш төркөмдәре өсөн яраҡлаштырылған.

Дәрес өсөн материалдарҙы «Киләсәккә билет» проектының мәғлүмәт ресурсынан алырға мөмкин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-09-06/7-sentyabr-il-m-kt-pt-rend-r-s-y-mine-ofo-tarym-n-ri-y-n-lesh-kursyny-berense-d-rese-bula-3421990

 

Автор:
Читайте нас