

Башҡортостанда көҙгө урман культуралары эштәре 15 сентябрҙән башлана, тип белдерҙе республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
«2023 йылда республика урмансылары 1,6 мең гектар майҙанда алты миллиондан ашыу үҫенте ултыртырға әҙерләнә», — тине Марат Шәрәфетдинов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына.