

Электораль юристар республика халҡынан тауыш биреү осоронда ҡануниәттең үтәлешенә бәйле мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Закон боҙоу теркәлгән йәки бәхәсле хәлдәр килеп тыуған осраҡта 7 (34-72) 18-16-84 телефонына шылтыратырға йәки nabludatel102@mail.ru электрон почтаһына яҙып ебәрергә мөмкин.
«Кол-үҙәккә тауыш биреү мәсьәләләре, һайлау участкаһында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл буйынса мөрәжәғәт итергә була», - тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова.
Кол-үҙәк 10 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә асыла һәм участка һайлау комиссияларының эше тамамланғансы эшләй.
10 сентябрҙә йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн дә «ҡыҙыу элемтә» ойошторола. Йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороу мәсьәләләре буйынса ярҙамды улар Башҡортостандың Йәмәғәт штабы ағзаларынан алырға мөмкин.