

«Барыһы ла тыныс, эш режимында бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр юҡ. Хәҙер беҙҙең бурыс - участкаларҙа һайлаусыларҙы көтөү», - тип билдәләне ул.
Быйыл Башҡортостанда дистанциялы тауыш биреү ҡаралмаған. Кандидаттар өсөн һайлау участкаһына килеп кенә тауыш бирергә мөмкин. Әлегә электрон технологиялар Мәскәүҙә ҡулланыла һәм илдең 34 төбәгендә һынау үтә. Беҙҙең республикала бындай тауыш биреү формаһы 2024 йылғы һайлауҙа ҡулланылыр тип көтөлә, тине Макаренко.