Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2023, 07:55

Рөстәм Ғәзизовтан – 2,5 миллион һум!

Социаль әһәмиәтле проекттарҙы әүҙемерәк тормошҡа ашырыу маҡсатында, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡала халҡына мөрәжәғәт итә:

Рөстәм Ғәзизовтан –  2,5 миллион һум!Рөстәм Ғәзизовтан –  2,5 миллион һум!
Рөстәм Ғәзизовтан – 2,5 миллион һум!

– Беҙ социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡала хакимиәте гранттары конкурсына заявкалар һәм документтар ҡабул итеүҙе оҙайтырға булдыҡ. Ул 14 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Унда социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм территориаль йәмәғәт үҙидаралары ҡатнаша ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл гранттар суммаһы 2,5 миллион һумға тиклем артты. Проекттар өс номинацияла ҡабул ителә: “Стәрлетамаҡ – әүҙем ҡала”, “Ҡаланы бергәләп төҙөкләндерәбеҙ” һәм яңы номинация – “Патриотизм”.
 

Заявкалар һәм документтар эш ваҡытында ҡала хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлегендә ҡабул ителә. (Октябрь проспекты, 32-се йорт, 228-се бүлмә). Конкурсты үткәреү буйынса консультацияларҙы 24-16-69, 8-917-789-65-70 телефоны аша алырға мөмкин йәки һорауҙарҙы электрон рәүештә почтаға ебәрергә була: str02adm@yandex.ru.

Үҙегеҙ тураһында белдереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса (средстволар) алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!

Автор:
Читайте нас