Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2023, 21:21

Рәсәй банкының финанс белем буйынса онлайн-дәрестәре

19 сентябрҙә Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар өсөн финанс белем буйынса онлайн-дәрестәр сессияһы башлана.

Рәсәй банкының финанс белем буйынса онлайн-дәрестәре
Рәсәй банкының финанс белем буйынса онлайн-дәрестәре

Дәрестәр:
- 6-11-се класс уҡыусылары ,
- колледж студенттары,
- етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн ҡаралған.

Финанс белем буйынса онлайн-дәрестәр 2015 йылдан алып барыла. Был Рәсәй Банкы проекты, уның маҡсаты - ил уҡыусыларының һәм студенттарының бөтәһенә лә финанс белеменә эйә булыу мөмкинлеге биреү.

2022 йылда дәрестәргә Башҡортостандың бөтә балалар йорттары һәм социаль приюттары, мәктәп һәм колледждарҙың 80 проценттан ашыуы ҡушылды. Дөйөм алғанда, яҙғы һәм көҙгө сессияла 257 меңдән ашыу кеше тоташҡан. Был күрһәткес буйынса республика илдә икенсе урынды алды.

Дәрестәрҙә ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтында теркәлергә https://vk.cc/bXrak0. Бында шулай уҡ дәрестәр теҙмәһе, тоташыу өсөн күрһәтмә һәм башҡа материалдар урынлаштырылған.

Бер дәрес 45 минут дауам итә. Дәрескә төркөм менән дә, айырым да ҡушылырға мөмкин.

👍 Ҡатнашыу - бушлай. Уҡыу аҙағында ҡатнашыусыға сертификат бирелә.

Һорауҙарығыҙ булһа, «Ҡатнашыусыларға ярҙам» бүлеге менән файҙаланырға мөмкин https://vk.cc/cqYSgL

Тулыраҡ: https://vk.cc/cqYSeY

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: