Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2023, 12:02

Рәсүл Ҡарабулатов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды

Республиканың  Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ  артисы Рәсүл Ҡарабулатов  Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Юғары награданы уға Башҡортостстан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Рәсүл Ҡарабулатов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булдыРәсүл Ҡарабулатов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды
Рәсүл Ҡарабулатов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды

Башҡортостанда Рәсүл Ҡарабулатовты  ҡурайсы, музыкант, йырсы һәм театр актёры булараҡ беләләр. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика ҡурайсылар конкурсында I урын алған, 1996 йылда  Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булған.

Рәсүл Ҡарабулатов - «Каруанһарай» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе. Уны юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото геройҙың шәхси архивынан.

 

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-09-20/r-s-l-arabulatov-yu-ary-nagrada-a-layy-buldy-3446563?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 

Автор:
Читайте нас