

Яңы ярҙам саралары исемлеге:
-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү;
-грант алған осраҡта эшмәкәрлектең план күрһәткестәрен үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү;
-«Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр биреү;
-балаларын йәшәү урынына яҡын урынлашҡан балалар баҡсаһына күсергәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреү;
-физкультура-спорт ойошмаларына беренсе сиратта уларҙы ҡабул итеү хоҡуғы;
-мәҙәниәт ойошмаларына ташлама менән йөрөү.
МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы иҫәбенә инә:
- уның менән законлы никахта торған ҡатыны (ире);
- хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге ата-әсәһе (йәки уллыҡҡа алыусылары);
- ата-әсәһе булмау сәбәпле, уны кәмендә өс йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге олатаһы һәм (йәки) өләсәһе;
- уны кәмендә биш йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге үгәй атаһы һәм (йәки) үгәй әсәһе;
- бәлиғ булмаған балалары;
- 18 йәше тулғансы инвалид булған 18 йәштән өлкән балалары;
- белем биреү ойошмаһында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары.