

Ошо осорҙа теләгән һәр кем йыйылған ваҡ аҡсаһын банкҡа комиссияһыҙ тапшыра ала. Акцияла ҡатнашҡан кредит ойошмаһына паспорт менән килергә генә кәрәк.
Тапшырыласаҡ аҡсаның һаны буйынса сикләүҙәр юҡ. Иң мөһиме, ул 1997 йылдан һуң сығарылған, әле әйләнештә йөрөгән аҡса булырға тейеш. Уңайлыраҡ булһын өсөн тәңкәләрҙе номиналдары буйынса айырығыҙ.
Акцияла ҡатнашҡан һәр банк ваҡ аҡса ҡабул итеүҙе үҙенсә ойоштора. Мәҫәлән, ҡайһы бер кредит ойошмаларында тапшырған аҡса суммаһын иҫәпкә күсерергә, икенселәрендә банкнотаға йәки иҫтәлекле тәңкәгә алмаштырырға тәҡдим итеүҙәре мөмкин. Ғәҙәттә, бындай операциялар өсөн комиссия билдәләнгән, әммә акция ваҡытында комиссия алынмаясаҡ.
«Рәсәй банкы тәңкәләрҙе етерлек күләмдә һуға, шуға ҡарамаҫтан, күп магазиндарҙа һәм башҡа ойошмаларҙа улар етмәй, сөнки кешеләр ваҡ аҡса менән һирәгерәк ҡуллана, һәм ваҡ аҡса өйҙә ятып ҡала. Акция тимер аҡсаларҙы әйләнешкә кире ҡайтарырға һәм тәңкә һуғыуға киткән сығымдарҙы кәметергә ярҙам итәсәк», - тип аңлата Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасы урынбаҫары Егор Михтанюк.
Ваҡ аҡсаны ҡабул итеү шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән акцияла ҡатнашыусы банктарҙа танышырға мөмкин. Банктарҙың офистары Өфөлә, шулай уҡ республиканың башҡа ауыл-ҡалаларында урынлашҡан.
📍 Адрестар исемлеге: https://vk.cc/cr94tK
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан