Һеҙҙең иңегеҙҙә етди ҡаҙаныштар һәм оло тәжрибә ята. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән, көсөгөҙҙө һәм ваҡытығыҙыҙҙы йәлләмәй, ҡалабыҙҙы йәмләүгә ирештегеҙ. Үҙегеҙҙең олпат йәшегеҙгә һәм хәлегеҙгә ҡарамаҫтан, әле лә йәмәғәт эштәрендә ветерандарыбыҙ мәнфәғәтендә эшләүегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Ҡалабыҙ йәштәренә үҙегеҙҙең бай тормош тәжрибәгеҙҙе, изге традицияларҙы, рухи ҡиммәттәрҙе тапшыраһығыҙ, йәштәр араһында тәрбиәүи һәм патриотик эш алып бараһығыҙ.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, аяҙ һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!
Ихтирам менән, ҡалабыҙҙың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы президиумы бюроһы