

Үткән быуаттың уртаһында, өлкән быуын хәтерләй, әлбиттә, совет осорона ярашлы, халыҡ күпләп сит өлкәләргә, яңы ил кимәлендәге ҙур объекттарға эшкә китте. Мәҡәлә геройының да ата-әсәһе балаларын алып Үзбәкстан тарафтарына юллана. Сит мөхиттә үткән бала сағын яҡшы хәтерләй инәй.
– Ата-әсәйем янып эшләне, илде үҫтерәм тип ысын күңелдән тырышты. Был һөйөүҙе беҙҙең ҡанға ла һеңдерә алды. Шуныһы ла яҡшы иҫтә ҡалған: телебеҙҙе онотмаһын өсөн улар беҙҙең менән өйҙә тик туған телдә генә аралаша ине, Башҡортостандан алып барған китаптар уҡый торғай-ныҡ, – тип һөйләй Асия Әхмәт ҡыҙы.
Тел тарта, ғәзиз тупраҡ тарта һәм яҙмышы Асия Хәбированы бер мәл йәнә тыуған Башҡортостанына алып ҡайта. Бында ул тормош ҡора, өс балаға ғүмер бирә. Үкенескә ҡаршы, тәүге ире йәшләй генә мәрхүм булып ҡала, яңынан тормошҡа сығып байтаҡ йылдар бергә ғүмер кисереп өлгөрәләр.
Хеҙмәт юлы ла үҙенсәлекле Асия инәйҙең: шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән еренән тота ла Стәрлетамаҡтағы умартасылыҡ өсөн тауарҙар етештереүсе заводҡа эшкә күсә. Ике эш тә ауыр була, әммә заманаһы шулай ине ул саҡта – матди юҡсыллыҡ бөтөнләй башҡа һөнәр һайларға ла мәжбүр итә. Заводта ауыр ирҙәр эшен башҡарырға тура килә, шуға, ҡаршы алғанда башта һынап, хатта һағайып та ҡарайҙар яңы хеҙмәткәргә, әммә һыр бирмәй эшләй ҙә китә һәм был тармаҡҡа ике тиҫтә йыл ғүмерен бағышлай ул.
Асия Әхмәт ҡыҙы хәҙер һикһән йәшен дә артта ҡалдырған инде, әм-мә, фотоһүрәттәге кеүек, тормошта ла балҡып тора ул, өс балаһы, улар-ҙың балалары менән күмәкләп гөр килеп йәшәй.
...Күпме генә тырышһаң да сит мөхиттә телеңде һаҡлау еңел түгел, Асия Хәбироваға ла ҡайтҡас яңынан тиерлек туған телендә ныҡлы аралашырға өйрәнергә тура килә. Нәҡ ошо мәлдә уға “Ашҡаҙар” гәзите ярҙамға килә лә инде:
– Һәр һанды уҡып, яңы һүҙҙәр өйрәндем, телемде шымарттым, – тип йылмая Асия инәй.
Тағы кемдәрҙең яҙмышында гәзит мөһим роль уйнаны икән? Тағы кемдәр хаҡында, ниндәй сағыу шәхестәр, уйланырлыҡ яҙмыштар тураһында бәйән итеп өлгөрмәнек икән. Яҙығыҙ, шылтыратығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ. Бәйләнештә булайыҡ.
Рәмил МАНСУРОВ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.