

Альберт Өфө кадет корпусын, нефть университетын тамамлаған. Бала сағынан уҡ хәрби хеҙмәт тураһында хыялланған.
Уҡыуын тамамлағас, контракт төҙөгән. Хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. Яҡташыбыҙ йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Альберт үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Әсәһе Айгөл махсус операцияла ҡатнашыу өсөн хәрби ашнаҡсы курстарын үтеп, 11 июндә контракт төҙөгән, ләкин икенсе ғәскәрҙең часына эләккән.
"Ошо хаҡта республикабыҙ башлығы белеп ҡалғас (Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт), республика башлығы вәкиле Алик Камалетдинов бында килде. Шунан мине үҙ полкыма күсерҙеләр", - ти ҡыйыу йөрәкле яҡташыбыҙ.
Иҫән-һау йөрө, Айгөл!