

Махсус хәрби операция бурысын үтәгән Башҡортостан яугирҙәренә республикабыҙҙан гуманитар йөк оҙатылды. Уны Мәсетле районы халҡы әҙерләгән. Муниципалитет хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә яҙыуынса, яҡташтарыбыҙға өс автомобиль, ағас материалдар һәм шәхси посылкалар тапшырылған.
«УАЗ» автомобилен райондың ветеран-сик һаҡсылары һатып алды, техник яҡтан янғын бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләне. Икенсе «УАЗ» — «Ышаныслы тыл» хәрби туғанлығынан еңеүгә өлөш. Яңы Мөслим ауылынан яугирҙең һәм уның туғандарының аҡсаһына «Нива» алдылар. Өс машинаны ла яҡташтарыбыҙға илтеп тапшырабыҙ», — тип хәбәр итте Әнис Әсәҙуллин.
Хәрбиҙәргә блиндаждар төҙөргә, окоптар ҡаҙырға кәрәк. Бының өсөн мәсетлеләр яҡташтарына 25 кубометр ағас ебәргән.
Ноябрҙә Башҡортостан махсус хәрби операция зонаһына йөҙөнсө гуманитар ярҙам оҙата. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, колонна составында — 20-30 ҙур йөк машинаһы.