

Шуныһы ҡыуаныслы: матбуғат дуҫтары гәзиткә яҙылып ҡына ҡалмай, ә квитанция күсермәләрен дәррәү тапшырып та ҡуйҙы. Әммә кемдер ниндәйҙер сәбәп менән өлгөрмәй ҙә ҡалғандыр. Шуға, борсолмағыҙ, беҙ квитанциялар күсермәләрен (сентябрь айында яҙылған булыу шарт) ошо аҙна аҙағына тиклем ҡабул итәбеҙ һәм еңеүсене билдәләп, гәзиттең киләһе һанында был бәхетле кешенең исемен атаясаҡбыҙ.
Әйткәндәй, “Рәсәй почтаһы”нда әлеге мәлдә “Ашҡаҙар”ға ташламалы хаҡ менән яҙылып була. Ташламалы хаҡ осоро 12 октябргә тиклем дауам итә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Белешмә өсөн телефон: 25-18-57.
“Ашҡаҙар”ҙар.