Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
4 Октября 2023, 09:10

Ғәзиз баламды Һиңә тапшырам...

Көҙ... Балаларҙы өйҙәренән, ауылдарынан, йәшәгән ҡалаларынан башҡа яҡтарға алып киткән миҙгел. Моңһоу мәл.Әсәй ишек, ҡапҡа төбөнә, юлға сығып оҙатып ҡала. Артҡа боролоп ҡарамаҫҡа тырышаһың, сөнки ул һинең күҙҙәрҙәге йәште күрергә тейеш түгел. Боролмайһың, ҡарамайһың, түҙәһең...

Ғәзиз баламды Һиңә тапшырам...Ғәзиз баламды Һиңә тапшырам...
Ғәзиз баламды Һиңә тапшырам...

Билдәле бер урынға барып еткәс, ҡул болғар өсөн артҡа ҡайырылаһың да, йәш тулы ҡарашың уныҡы менән осраша.

Әсе йәштәрең ҡапҡа алдындағы иң ҡәҙерле һынды йыуып төшөргәс, һин уны тамам күҙҙән юғалтаһың... Яңынан табырға тырышып, тағы боролоп ҡарайһың. Тағы, тағы...

Өйгә ҡайтмаған аҙна айҙай оҙаҡ үтә, айы иһә тотош бер йылға торош уның...

Күпмелер ваҡыттан һуң һин үҙең дә ҡапҡа төбөнән донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле һынға ҡул болғап ҡала башлайһың. Уның артынан талпынып-талпынып ҡуяһың да, эйәреп китә алмаҫыңды аңлағас, дерелдәгән ирендәреңде усың менән ҡаплап, эркелгән күҙ йәшеңде теге һын алдында сайпылдырмаҫ өсөн ҡарашыңды күккә төбәйһең: “Ғәзиз баламды Һиңә тапшырам, берүк һаҡлап йөрөтә күр!”

Көҙ... Балаларыбыҙҙы бәләкәй һуҡмаҡтан ҙур юлға сығарған, беҙҙән оло тормошҡа алып киткән миҙгел...

Яҡлаулы, һаҡлаулы ғына булһындар ҡул болғай-болғай йыраҡлаша барып, күҙ уңынан юғалған ғәзиз һындар...

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас