Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Октябрь 2023, 11:00

Өфөлә икенсел баҙарҙа фатирҙарҙың уртаса хаҡы 2 процентҡа артҡан

Рәсәйҙә өсөнсө кварталда икенсел баҙарҙа торлаҡҡа ихтыяж бер йылда 15% һәм уҙған квартал менән сағыштырғанда 11% артҡан. 

Өфөлә икенсел баҙарҙа фатирҙарҙың уртаса хаҡы 2 процентҡа артҡанӨфөлә икенсел баҙарҙа фатирҙарҙың уртаса хаҡы 2 процентҡа артҡан
Өфөлә икенсел баҙарҙа фатирҙарҙың уртаса хаҡы 2 процентҡа артҡан

 «Авито Күсемһеҙ милек» ошондай мәғлүмәттәр килтерә. Торлаҡҡа хаҡтар ҙа күтәрелә. Айырыуса Мәскәүҙә, Силәбелә һәм Һарытауҙа. Баш ҡалала икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы 15,3 миллион һумға баһалана.

Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡ бер йылда 9% артып, уҙған квартал менән сағыштырғанда үҫеш 2% тәшкил иткән. Шулай итеп, Өфөлә икенсел баҙарҙа фатирҙы уртаса 4,7 миллион һумға һатып алырға мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас